-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2019, 11:25

“Махсусавтохужалыҡ” предприятиеһына яңы техника тапшырылды

Өфө ҡала хакимиәте “Isuzu” маркалы һигеҙ сүп-сар сығарыу машинаһы һатып алды һәм уларҙы “Махсусавтохужалыҡ” МУП-ына тапшырҙы. Ҙур булмаған был машиналар тар тыҡрыҡтарҙан, йорт алдарынан тотҡарлыҡһыҙ үтә ала. 8 кубометр сүп-сар һыйҙырышлы, бер юлы 45 контейнерҙы бушата. Йәғни “ЗИЛ” маркалы ике машинаны алмаштыра. Аҙ яғыулыҡ тотоноуы менән дә отошло.

“Махсусавтохужалыҡ” МУП-ның яңы техника менән тулыланыуы - “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа тағы бер аҙым. Баш ҡаланан йылына 750 мең тонна сүп-сар сығарыла. Уны йыйып алыу, тейешле урынға ташып түгеү өсөн 111 берәмек махсус техника ҡулланыла.

Фото Өфө ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Расуль Байгильдин
Читайте нас: