+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2019, 11:15

Австрия менән аралар нығый

Башҡортостан менән Австрия араһындағы бәйләнештәр нығый. Быйыл июнь айында Венала республика вәкиллеге асылды, Өфө – Вена тура авиабәйләнеше булдырылды. Был саралар «Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Европаның башҡа илдәре менән дә эшлекле бәйләнештәр булдырыуға юл асыр тип күҙаллана.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан делегацияһы Австрияның эшлекле даирәләре менән осрашты. Уның һөҙөмтәһендә агросәнәғәт өлкәһендә өс килешеү төҙөлдө. «Агрармаркт Австрия Маркетинг» компанияһы ауыл хужалығына ҡағылышлы бай тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләк белдерҙе. Икенсе проект Башҡортостанда 10 мең башҡа иҫәпләнгән һауын кәзәләре фермаһын булдырыуға ҡағыла. Шулай уҡ Австрия малсылары берлеге менән хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды.

Фото БР Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Расуль Байгильдин
Читайте нас: