Мәскәүҙә бөгөн XIII Халыҡ-ара “Рәсәй транспорты” форумы тамамлана. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республика етәксеһе Рәсәй транспорт министры урынбаҫары Юрий Цветков, Росавтодор етәксеһе Андрей Костюк, Росавиация етәксеһе Александр Нерадько менән осрашты һәм төбәктә транспорт мәсьәләләренә ҡағылышлы эшлекле һөйләшеүҙәр алып барҙы.
Форум “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын уңышлы тормошҡа ашырыу йәһәтенән тағы бер этәргес буласаҡ. Киләһе йылда, мәҫәлән, Салауат Юлаев проспектының тамамланмаған участкаларын проектлау башлана. Был турала Халыҡ-ара форумда Росавтодор менән берлектә эш башлау хаҡында һөйләшеү ыңғай һөҙөмтәләр биргән.
Билдәле булыуынса, өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеү магистрале булып торған Салауат Юлаев проспектын төҙөү 2007 йылда туҡтап ҡала. Өфө үҫешенең генераль планына ярашлы, 2025 йылға тиклем проспектты Черниковка аша Бөрө трактына тиклем дауам итеү күҙ уңында тотола.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан