+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2019, 11:35

Автобуста – фельдшерлыҡ пункты

Республиканың Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр райондарына бәләкәй ауылдар халҡын хеҙмәтләндереү өсөн күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары – ПАЗ автобусы нигеҙендәге комплекстар ҡайтартылды. Уларға электрокардиограф, кардиомаркерҙарҙы билдәләүсе портатив экспресс-анализатор, дефибриллятор-монитор, гинекологик кресло һәм башҡа ҡорамалдар ҡуйылған.

“Һаулыҡ” милли проекты сиктәрендә республика йыл аҙағына тиклем тағы ла ун биш шундай комплекс аласаҡ. Ил Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, халыҡҡа медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыуҙы күҙҙә тотҡан был проект 2024 йылға тиклем тормошҡа ашырыла.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Альмира Киреева
Читайте нас: