“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын теүәл тормошҡа ашырыу был өлкәлә хәлдәрҙе ҡырҡа үҙгәртергә тейеш. Тәүге һөҙөмтәләр быға ышаныс уята. Кисә хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров, үткән туғыҙ айҙа үлем күрһәткесе мең кешегә ҡарата 12,6 осраҡтан 12,2-гә тиклем кәмене, тип белдерҙе.
Быйыл республиканың медицина ойошмаларында эшләгән табиптар һаны 371 кешегә артҡан. Атап әйткәндә, башланғыс звено системаһында штат – 234, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтендә – 22 белгескә күбәйгән.Тәү сиратта быға «Ауыл табибы» – федераль һәм «Ауыл фельдшеры» республика программалары буйынса табиптарға һәм урта звено медицина хеҙмәткәрҙәренә матди ярҙам булышлыҡ иткән.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан