+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2019, 11:30

Күперҙәрҙе төҙөкләндереүгә айырым иғтибар

Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Нәби ауылында яңы күпер сафҡа инә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Дөйөм алғанда, 2019 йылдың аҙағына тиклем республика буйынса 40 авариялы күпер тәртипкә килтереләсәк, тип яҙа республика етәксеһе.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә республикала 2024 йылға тиклем күперҙәрҙе планға ярашлы төҙөкләндереү программаһы әҙерләнгән.
Был йәһәттән иң ҙур проекттарҙың береһе – Өфө-Аэропорт юлындағы күпер төҙөлөшө Уның өсөн 2,5 миллиард һум аҡса бүленгән, күпер 2021 йылда сафҡа инәсәк. Әлеге ваҡытта шулай уҡ Интернациональ урамынан Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшөн башлау өсөн әҙерлек эштәре бара. Баш ҡаланың Шаҡша һәм Затон биҫтәләрендәге күперҙәрҙе ремонт көтә.

Фото БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.

#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Расуль Байгильдин
Читайте нас: