-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ноябрь 2019, 11:45

Балалар дауаханаһында теркәү урыны ремонтланды

Республика балалар клиник дауаханаһының консультация-диагностика поликлиникаһы холында капиталь ремонт тамамланды. Яңыртылған регистратурала пациенттарҙың медицина теркәүе үткәреүселәр менән тотҡарлыҡһыҙ аралашыуы өсөн бар шарттар ҙа булдырылған, тип белдерәләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Бында көтөп тороу өсөн урын киңәйтелгән, бәләкәс пациенттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн уңайлы зона булдырылған.

Поликлиникала электрон сират менән идара итеү системаһы урынлаштырылған. Регистратура администраторынан ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап алырға мөмкин. Карталарҙы һаҡлау урынынан медицина документтарын үҙ ваҡытында тапшырыу ҙа ойошторолған.
«Дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа уңайлы мөхит – заманса медицинаның сифатлы булыуының төп шарты ул. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ремонт эшләргә, кәрәкле ҡорамалдар алырға мөмкинлек бирә, шулай уҡ медицина учреждениелары эшенең яңы моделен барлыҡҡа килтереүгә булышлыҡ итә», – ти Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин.
#ВладимирПутин #национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Гульшат Кунафина
Читайте нас: