+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ноябрь 2019, 11:25

Экологияға зыян килтереүселәргә сикләүҙәр ҡарала

“Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йылға тиклем 45 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу ҡаралған. Ләкин эш тик аҡсаға ғына ҡайтып ҡалмай. Был өлкәне көйләүсе ғәмәли, аныҡ һәм теүәл закондар ҙа булырға тейеш.

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы депутаттары республиканың Экология кодексына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Ошо көндәрҙә аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет кодексҡа республика биләмәһендә «зыянлы» производстволары сикләү тураһында төҙәтмәләр индереү мәсьәләһен ҡараны. 2020 йылдың 1 ғинуарынан тирә-яҡҡа кире тәьҫир иткән яңы сәнәғәт объекттары экологик параметтарҙары буйынса иң алдынғы технологияларға нигеҙләнгәндә генә эшләй ала. Тәү сиратта был нефть сығарыуға һәм эшкәртеүгә, төҫлө металл мәғдәндәрен сығарыуға һәм байыҡтырыуға, төп органик һәм органик булмаған матдәләр етештереүгә ҡағыла.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Расуль Байгильдин
Читайте нас: