+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2019, 11:30

Ситкә тауар һат та – ярҙам ал

Башҡортостандың тағы дүрт предприятиеһы үҙ тауарын сит илдәргә һатыуға бәйле транспорт сығымдарын өлөшләтә ҡаплауға республика ҡаҙнаһынан субсидия алды. Улар – Белореттан Көньяҡ Урал үлсәгестәр заводы һәм “Башурмансервис” ЯСЙ-е, Октябрьскийҙан “Быраулауҙа инновациялар” ЯСЙ-е, Өфөнән «Нефтегазинжиниринг» фәнни производство предприятиеһы.

Дөйөм алғанда, бөгөнгө көндә республика буйынса барлығы 29 экспортҡа эшләгән компания дәүләт ярҙамы алған. Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты билдәләүенсә, йыл башынан экспортерҙарға бөтәһе 18,4 млн һумлыҡ субсидия бирелгән. Был ярҙам саралары ил президенты Владимир Путин Указына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә атҡарыла.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Расуль Байгильдин
Читайте нас: