+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2019, 11:10

«Ауыл табибы» программа буйынса – аҡсалата ярҙам

Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һәм «Ауыл табибы» федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Кононова һүҙҙәренә ҡарағанда, 15 ноябргә тиклем райондарҙа эшләгән 99 табипҡа – 1 миллион һумлыҡ, 10 фельдшерға 500 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыласаҡ.

Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты һәм «Ауыл табибы» федераль программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Кононова һүҙҙәренә ҡарағанда, 15 ноябргә тиклем райондарҙа эшләгән 99 табипҡа 1 миллион һумлыҡ, 10 фельдшерға 500 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ 72 фельдшерға «Ауыл табибы» республика программаһы буйынса 500 мең һум түләү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Ошоға тиклем бы программа буйынса 137 тар йүнәлешле белгескә бер миллион һум түләнгән. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған 1033 студентҡа 5 мең һум бирелә, ә 416 ординатор 8 мең һум ала.
#национальныепроекты #региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Автор:Расуль Байгильдин
Читайте нас: