0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 11:05

ТАБИПТАРҘЫҢ КҮСМӘ БРИГАДАҺЫ 11 НОЯБРҘӘ БАЙМАҠҠА ЮЛЛАНА

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һәм Республика Башлығы Радий Хәбировтың сентябрь указына ярашлы, Башҡортостанда яңы дауаханалар, поликлиникалар төҙөлә, ФАП-тар асыла. Мәҫәлән, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы эргәһендә заманса поликлиника төҙөүгә яңыраҡ конкурс иғлан ителде. Объект республика ҡаҙнаһына 1,04 миллиард һумға барып төшәсәк.Шулай уҡ төбәктә медицинаны халыҡҡа яҡынайтыу өсөн ҙур эштәр башҡарыла. Ошо көндәрҙә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡалалар һәм райондар халҡын хеҙмәтләндереү өсөн табиптарҙың махсус күсмә бригадалары эшен ойошторҙо.

Күсмә бригада составына нейрохирург, акушер-гинеколог, уролог, колопроктолог, гинеколог-репродуктолог, гастроэнтеролог, пульмонолог, оториноларинголог, шулай уҡ өлкәндәр һәм балалар кардиологы, невролог, эндокринолог һәм офтальмолог инә. Уларҙың эшендә шулай уҡ «Әсә һәм бала» клиник госпитале белгестәре ҡатнаша. 5 ноябрҙә юлға сыҡҡан бригада бөгөн Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында эшләй.
2019 йылда табип бригадаларының артабанғы эш графигы:
11-15 ноябрҙә — Баймаҡта,
18-22 ноябрҙә — Белоретта,
25-29 ноябрҙә — Бөрөлә,
2-6 декабрҙә — Дүртөйлөлә,
9-13 декабрҙә — Ишембайҙа,
16-20 декабрҙә — Күмертау ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһында,
23-27 декабрҙә — Мәләүез үҙәк район дауаханаһында.
Ҡалған райондарға сығыу 2020 йылға планлаштырылған.
Автор:Расуль Байгильдин
Читайте нас: