-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ноябрь 2019, 16:45

Һанлы шәхси сертификат алыу системаһында ҡатнашыу өсөн белем биреү программаларын һайлау башланды

“Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль милли проекты сиктәрендә һанлы иҡтисадтың компетенцияларын үҫтереүгә йүнәлтелгән белем биреү программаларын һайлау башланды.
2019 йылда уҡытыу өсөн 22 йүнәлеш һайланған. Белем биреү программалары һанлы иҡтисад компетенцияларын барлыҡҡа килтереүгә (үҫтереүгә) маҡсат тоторға, онлайн да, ҡатнаш форматта ла һанлы белем биреү технологияларын ҡулланып тормошҡа ашырылырға, компетенцияларҙың башланғыс кимәлен үлсәүҙе һәм уны билдәләгәндә һанлы эҙ ҡалдырыуҙы йыйыу мөмкинлеген иҫәпкә алырға тейеш. Уҡыу ваҡытының дауамы 36 академик сәғәттән дә кәм була алмай. Программаларҙы һайлау критерийҙарын, белем биреү ойошмаларына талаптарҙы һәм ҡатнашыу өсөн теркәү формаһын ошо сайтта табырға була: http://prog.2035.university/ .
Һанлы шәхси сертификаттар менән ҡулланыу һәм өҫтәлмә белем алыу программалары буйынса түләүһеҙ уҡыу мөмкинлегенә 5 пилот төбәгендә йәшәүселәр эйә. Был төбәктәр: Башҡортостан, Саха (Якутия), Татарстан республикалары, Тула һәм Ростов өлкәләре. Мәғариф ойошмаларына уҡыу өсөн түләү “Һанлы технология” милли программаһының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проектына бүленгән аҡса менән ҡапланасаҡ.
“Белем биреү программаларын һайлау – шәхси һанлы сертификаттар моделдәрен һынау нигеҙендә сығарылған рәсми хуплау сиктәрендә тәүге, әммә бик мөһим этап. Беҙ мәғлүмәт платформаһын һәм ойоштороу-финанс схемаларын ғына түгел, белем биреү хеҙмәте баҙарының әҙерлеген дә тикшерәбеҙ. Рәсәйҙә һанлы иҡтисад компетенциялары үҫеше өсөн белем биреү программалары етәме, уҡыу һөҙөмтәләре эш биреүселәр һәм белем алыусылар ышанысын аҡлаймы, программалар сифаты һөнәри үҫеш һәм хеҙмәт баҙарында үҙ урынын табыуға булышлыҡ итәме – һәр ҡатнашыусының тормошонда булған үҙгәрештәрҙе ҡарап барыу апробацион проекттың оҙайлы маҡсаты буласаҡ”, – ти “РФ һанлы иҡтисады” Милли программаһының һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар буйынса компетенциялар үҙәге координаторы Олег Подольский.
Автор:Гульшат Кунафина
Читайте нас: