Бөгөн баш ҡаланың "ВДНХ-Экспо" үҙәгендә гәзит-журналдар, ҙур интернет-системалар вәкилдәре, билдәле блогерҙар йыйылды. "Берҙәм Рәсәй" Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе үткәргән был йыйында улар көн дауамында ваҡытлы матбуғат баҫмаларын интернет селтәрендә таратыу, төбәк телеканалдары үҫеше, киң мәғлүмәт сараларының власть менән мөнәсәбәте тураһында һөйләште. Эш “Төбәк телеканалдарын үҫтереү стратегияһы” һәм “Интернет киңлек аша киң мәғлүмәт сараларының мөмкинлеген киңәйтеү”, “Башҡортостан – киң мәғлүмәт саралары, власть һәм йәмғиәт диалогы территорияһы” тигән майҙансыҡтарҙа алып барылды.
Республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне.
– Юғары профессиональ журналистиканың әһәмиәте һәр ваҡыт та ла ҙур буласаҡ, – тине ул. Рөстәм Зәки улы киң мәғлүмәт сараларында эшләүселәрҙе борсоған һорауҙарға ла тукталып үтте. Матбуғат һүҙе йәмғиәт кәйефен, фекерен сағылдырырға һәм йүнәлеш бирергә тейеш – уны юҡҡа ғына дүртенсе власть тимәйҙәр бит. Йәмғиәттең берҙәмлеге, тотороҡлоғо шуға бәйле. Яңылыҡтар таҫмаһын кире мәғлүмәт белән тултырыу һис тә дөрөҫ түгел, беҙҙә матур эштәр ҙә бик күп. Бөгөн халҡыбыҙҙа яҡты хәбәрҙәргә тартылыу ифрат көслө, тип билдәләне республика Башлығы. Ул милли телдәге мәғлүмәт сараларына ярҙам итеү киләсәктә лә дауам иттереләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Сөнки был беҙҙең тарихыбыҙ һәм мәҙәниәтебеҙ, тине Рөстәм Зәки улы.