+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Апрель 2018, 21:07

Башҡорт теленән диктант

Бөгөн, 21 апрелдә, Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә (Силәбе, Ырымбур, Пермь, Татарстан, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономлы округтары, Мәскәү ҡалаһы), улай ғына түгел, хатта Төркиә, Польша, Болгария кеүек сит илдәрҙә башҡорт теленән диктант яҙҙылар.

Бөгөн, 21 апрелдә, Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә (Силәбе, Ырымбур, Пермь, Татарстан, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономлы округтары, Мәскәү ҡалаһы), улай ғына түгел, хатта Төркиә, Польша, Болгария кеүек сит илдәрҙә башҡорт теленән диктант яҙҙылар. Быйылғы сараның төп ойоштороусыһы булып Башҡорт дәүләт университеты, уның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты сығыш яһаны. Диктант яҙыу БДУ-ның Сибай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Бөрө филиалдарында, шулай БР Мәғариф министрлығы тарафынан барлыҡ белем усаҡтарында ойошторолдо.
Читайте нас: