+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2018, 17:17

Таҡыя нағышы

Таҡыя– ҡыҙҙарҙың туйға йәки байрамға кейә торған боронғо баш кейеме.

Таҡыя – ҡыҙҙарҙың туйға йәки байрамға кейә торған боронғо баш кейеме. Ярымкөмбәҙләп тегелгән был әйбер тәңкә-мәрйендәр менән биҙәлгән. Ир-ат башындағы йоҡа, түңәрәк түбәтәй ҙә таҡыя тип атала. Ул баш кейеме ауыҙ-тел ижадында ла ҙур сағылыш тапҡан. 1983 йылда донъя күргән «Башҡорт халыҡ ижады»ның «Йырҙар һәм көйҙәр» томында Ырымбур өлкәһе Александровский районы Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе Фәтих Агишевтан яҙып алынған башҡорт халыҡ йыры «Бейек таҡыя» урын алған. Таҡыя тураһында мәғлүмәт С.Н. Шитова, С.И. Руденко хеҙмәттәрендә лә бар.
Мосолман халҡында баш кейеменә һәр саҡ ҙур мәғәнә һалынған. Уҡыусыларыбыҙҙы яңы ижади эштәргә дәртләндереү, йәш быуынды башҡорт халҡына хас баш кейемдәре менән таныштырыу маҡсатында «Башҡортостан ҡыҙы» «Таҡыя нағышы» бәйгеһе иғлан итә. Бәйге «Бәйләнештә» сайтындағы «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлектә алып барыласаҡ. Ҡатнашыусылар «Ир-аттың боронғо баш кейеме таҡыя (түбәтәй)»; «Ҡатын-ҡыҙҙың боронғо баш кейеме таҡыя»; «Ир-аттың заманса баш кейеме таҡыя (түбәтәй)»; «Ҡатын-ҡыҙҙың заманса баш кейеме таҡыя» номинацияларында билдәләнәсәк. Ҡул эштәренең фотоларын, журналға яҙылыу тураһында квитанцияның күсермәһен һәм үҙегеҙ хаҡында тулы мәғлүмәт яҙып, «Башҡортостан ҡыҙы» сайтында күрһәтелгән адрестарға һалығыҙ. Бәйгенең тулы талаптары һәм шарттары менән дә ошонда уҡ танышырға мөмкин.
Иң үҙенсәлекле эштәр йыл дауамында «Башҡортостан ҡыҙы» журналы биттәрендә донъя күрәсәк. Йомғаҡ 2018 йылдың декабрь айында яһаласаҡ. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, ҡатнашыу­сыларға дәртләндереү саралары ҡаралған.
Читайте нас: