+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли йолаларыбыҙ
1 Июль 2022, 11:24

"Ер ҡото" этномәҙәни фольклор фестивале халыҡ дауалаусыларын саҡыра

16 -17 июлдә  Әбйәлил  һәм Баймаҡ райондарында  Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы тарафынан  “Ер ҡото” тип исемләнгән  халыҡ  дауалаусыларының этномәҙәни  фольклор фестивале үтәсәк. Ике көн дауамында барасаҡ  фольклор байрамында  “Ҡорбан ашы”, “Ут ашатыу”  йолалары,  “Әпсен-төпсөн” балалар фольклоры бәйгеһе,  халыҡ  бағымсылары һәм  имселәре  араһында  оҫталыҡ дәрестәре  уҙғарыу ҡаралған.  Ойоштороусылар билдәләүенсә,  яңы форматтағы этномәҙәни фестиваль бик үҙенсәлекле һәм  файҙалы булмаҡсы.

"Ер ҡото" этномәҙәни фольклор фестивале халыҡ дауалаусыларын саҡыра
"Ер ҡото" этномәҙәни фольклор фестивале халыҡ дауалаусыларын саҡыра

Тәүге көн Әбйәлил районының Айғырбатҡан ауылы янындағы һабантуй майҙанында үтһә, икенсе көн  Баймаҡ районы Манһыр ауылында данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәттең  йорт-музейы янында буласаҡ.

 

Байрамда ҡатнашыу өсөн халыҡ дауалаусыларынан ғаризалар “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте”ндә 13 июлгә тиклем ҡабул ителә. Йыр-моңға, күргәҙмәгә, халыҡ фольклорына  бай  фестивалгә рәхим итегеҙ.

 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: