

Мәсетле районы Ясин ауылында Әй йылғаһы буйы таҙартылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сара “Экология” милли проекты буйынса үткәрелгән “Таҙа яр” акцияһы сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә Мәсетле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ауыл халҡы, ҡунаҡтар йылға буйында ял итергә ярата. Йыл һайын бында мәҙәни һәм спорт саралары үтә, походтар ойошторола.
“Акция беҙҙә үҙ ауылын яратҡан кешеләр йәшәгәнен күрһәтте. Тыуған ереңдәге йылға буйҙарын таҙартыу тәбиғәтебеҙгә рәхмәтебеҙҙе еткереү мөмкинлеге ул. Бындай акцияны тәүгә үткәрмәйбеҙ, артабан да был юҫыҡта эшләргә иҫәбебеҙ бар. Сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт! Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана”, – ти Яңы Мишәр ауыл хакимиәте башлығы Баймөхәмәт Ғүмәров.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/459676#scroll.