

Хәйбулла һәм Мәләүез райондарында яңы ГТО майҙандары төҙөлә башланы.
#миллипроект #нацпроект #нацпроектыРБ #национальныепроектыБашкортостан
“Быйыл ГТО бәләкәй спорт майҙандары булдырыуға 22,9 миллион һум аҡса йүнәлтеү ҡаралған, уның 22,5 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. 2023 йылда бындай майҙандарҙы ете районда (Мәләүез, Хәйбулла, Бәләбәй, Миәкә, Күгәрсен, Ейәнсура, Федоровка) ҡуйыу планлашырылған. Һәр кемдең спорт һәм физик культура менән шөғөлләнергә мөмкинлеге булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ”, – ти Башҡортостан спорт министры Руслан Хәбибов.
ГТО майҙандары “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проекты сиктәрендә булдырыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/459366#scroll.