+17 °С
Облачно
Милли проекттар
27 Апреля 2023, 07:20

Бында һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл табыр

Балаҡатай Үҙәк район китапханаһында яңыртыу һәм заманса йыһаздар менән тәьмин итеү буйынса эштәр башланды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Бында һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл табырБында һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл табыр
Бында һәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл табыр

Балаҡатай Үҙәк район китапханаһында яңыртыу һәм заманса йыһаздар менән тәьмин итеү буйынса эштәр башланды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙнанан йүнәлтелгән финанс күләме ун миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Бинала яңы дизайн проекты буйынса үҙгәрештәр көтөлә. Йүнәтеү эштәре, заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеү менән бергә китап фондын яңыртыу, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу ҙа ҡаралған. Әле бында сигеү машинаһы һәм туҡыу станогы ҡайтарылған.

– Китапхана күп функциялы урынға әйләнә. Бында балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа күңеленә оҡшаған шөғөл табасаҡ, – ти Балаҡатай китапхана системаһы директоры Людмила Худякова.

Ремонт эштәре барыуға ҡарамаҫтан, китапхана эшен дауам итә, уҡыусыларҙы көтөп ҡала.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/453679#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас