

Кисә Әбйәлилдә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн район спартакиадаһы үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Сараны район хакимиәтенең мәҙәниәт, социаль үҫеш бүлектәре, мәҙәни-ял итеү үҙәге, район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы ойоштора.
Быйыл спартакиадала 14 команда ҡатнашты, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Командалар алты йүнәлеш буйынса ярыша. “Күңелле старт” эстафетаһы, дартс, оҙонлоҡҡа һикереү, йөҙөү, волейбол һ.б. ярыштарҙа бер кемдең дә һынатҡыһы килмәй. “Урал ынйылары” бейеү ансамбленең бәләкәс артистары сығышы ҡатнашыусыларҙың күңелен күтәрә, дәрт өҫтәй.
Һәр номинацияла еңеүселәр билдәләнә. Ә дөйөм командалар иҫәбендә өсөнсө урынды – Таштимер филиалы, икенсене буранғолдар яулай, район мәҙәниәт йорто командаһы беренсегә сыға.
Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/456037#scroll.