+2 °С
Ясно
Милли проекттар
20 Апреля 2023, 08:13

“Агростартап” – ҙур ярҙам

Миәкә районының Байтимер ауылынан Фаил Әхмәтов һарымһаҡ үҫтерә. 2,9 миллион һум грант аҡсаһын хужалығының  матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“Агростартап” – ҙур ярҙам“Агростартап” – ҙур ярҙам
“Агростартап” – ҙур ярҙам

Миәкә районының Байтимер ауылынан Фаил Әхмәтов һарымһаҡ үҫтерә. 2,9 миллион һум грант аҡсаһын хужалығының  матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

2021 йылдан тулыһынса фермерлыҡ менән шөғөлләнергә ниәтләй һәм, һарымһаҡ үҫтереү нескәлектәрен яҡшылап өйрәнеп, бизнес-план төҙөй, “Агростартап” грантына конкурста ҡатнаша һәм еңә. 2,9 миллион һум грант аҡсаһын хужалығының  матди-техник базаһын ойоштороуға йүнәлтә.

– Яҡшы техника булмай тороп эш башлау ауыр, шуға ла грант аҡсаһына тәү сиратта трактор, дискатор һәм башҡа техника алдым. Был беҙҙең эште еңелләштерҙе. Грант программаһы шарттарына ярашлы, даими рәүештә ике эш урыны булдырҙым. Сәсеү, уңыш йыйыу ваҡыттарында тағы ла 3-4 кеше саҡырам, – тип һөйләй фермер.

Бөгөн Әхмәтов бер гектар майҙанда һарымһаҡ ултырта. Уны йәрминкәләрҙә, шәхси магазиндарҙа, шулай уҡ социаль селтәрҙәр һәм электрон сауҙа майҙандары аша һата. Уңыштың бер өлөшө орлоҡҡа китә. Бынан тыш, Фаил иген үҫтерә, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Пай ерҙәрен ҡуртымға алып, һарымһаҡты 15 – 20 гектар майҙанда ултыртырға иҫәптәре. Шулай уҡ ярымфабрикаттар етештерергә лә теләйҙәр. Магазиндар селтәрҙәренә сығыу ҙа паландарында.

“Агростартап” программаһы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/445096#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас