+2 °С
Ясно
Милли проекттар
19 Апреля 2023, 08:47

Тәүәккәлдәр уңышҡа ирешә

Туймазы районынан Ләйсән һәм Зөфәр Ҡорбанғәлиевтар спорт клубы асыуҙа дәүләт ярҙамын файҙалана. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәүәккәлдәр уңышҡа ирешәТәүәккәлдәр уңышҡа ирешә
Тәүәккәлдәр уңышҡа ирешә

Туймазы районынан Ләйсән һәм Зөфәр Ҡорбанғәлиевтар спорт клубы асыуҙа дәүләт ярҙамын файҙалана.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

2005 йылда ғаилә үҙ эшен асырға була. Зөфәр Миңлеғәли улы – каратэ буйынса тренер. Ул 30 йылдан ашыу дәрестәр бирә, ҡара билбауы ла бар. 2021 йылда Ҡорбанғәлиевтар икенсе зал аса, уны “Реформа” спорт клубы тип атай. Бизнесты үҫтереүҙә социаль ярҙам уңышлы файҙаланыла.

– Туймазыла 1000 квадрат метр майҙанлы бина һатып алдыҡ, ремонт яһаныҡ. Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәгендә социаль предприятие статусын алыуҙа, уҡыуҙа, сертификат алыуҙа һәм грантҡа дәғүә итеүҙә ярҙам иттеләр. 500 мең һум дәүләт ярҙамын спорт йыһаздары алыуға тотондоҡ, – тип һөйләй Ләйсән Ҡорбанғәлиева.

Ҡорбанғәлиевтарҙың балалары ла спорт ярата. Улар өс йәштән секцияларға йөрөй, ярыштарҙа ҡатнаша. Хәҙер улар спорт клубы эшендә ҡатнаша, Данияр – каратэ, Гөльяз спорт гимнастикаһы дәрестәрен алып бара.

“Реформа” клубында 3 – 18 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр шөғөлләнә, спорт яратҡан оло йәштәгеләр ҙә килә. Күп балалы һәм аҙ килемле ғаиләләр өсөн льготалар ҙа ҡаралған. Әле клубҡа 300 бала, 100 оло кеше йөрөй. Алты педагог эшләй. Йога буйынса күнекмәләр, спа-зона,  бәпестәр өсөн бассейн асыу ҙа күҙаллана, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/445443#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас