

Әбйәлил районында “Гүзәлкәй – 2023” бәйгеһендә 5 – 7 йәшлек ҡыҙҙар ҡатнашты. Конкурс 16-сы тапҡыр үткәрелә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Быйыл бәйгелә ун ике ҡыҙ ҡатнашты. Бәләкәс һылыуҡайҙар үҙе менән таныштырҙы, башҡорт бейеүе бейене, ижали һәләтен күрһәтте, шулай уҡ “Милли мода”, “Дефиле”, “Шейпинг” буйынса ярышты. Ҡыҙҙар бар һынауҙарҙы уңышлы үтеп сыҡты, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Райондың ижади коллективтары сағыу концерт номерҙары менән байрамды биҙәй.
Сара “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторола. Бөтә ҡатнашыусылар дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр, фотопортреттар менән бүләкләнә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/447655#scroll.