

Салауат ҡалаһы үҫә, үҙгәрә. Халыҡ телендә “Арбат” тип йөрөтөлгән Ленин урамындағы аллеяла әле төҙөкләндереү эштәре башланды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Аллеяны төҙөкләндереүҙе халыҡ үткән йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә үткәрелгән электрон тауыш биреү барышында һайланы, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Проект буйынса асфальт һалыу, яңы эскәмйәләр, сүп һауыттары, сәскә вазондары ҡуйыу ҡаралған. Яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү системаһы ла урынлаштырыла.
Яҙ иртә килгәс, эштәр ҙә алдараҡ башлана. Әле асфальт япмаһы, юл ситтәре, бордюрҙар алынған. Ауырыу ағастар ҡырҡыла. Тиҙҙән “Салауат Арбаты” яңырыр, матурланыр, тип көтә ҡала халҡы.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/446654#scroll.