

Проект Өфөнөң 450 йыллығы айҡанлы төҙөлгән объекттар исемлегенә ингән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уникаль комплекс Калинин районының Инорс биҫтәһендә урынлаша. Канал Йылы күлен һәм Ҡариҙел йылғаһын тоташтыра. Әле илдә ошондай бер канал бар, тик ул йәй миҙгелендә генә эшләй. Өфө комплексы иһә ҡыш көнө лә эшләйәсәк.
Төҙөлөш эштәре “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк проекты сиктәрендә башҡарыла. Ҡоролмалар комплексының оҙонлоғо 350 метр тәшкил итә. Әле технологик күперҙең нигеҙе әҙерләнә, тип хәбәр итә БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығы төҙөлөшкә март айында тотона. Беренсе сират буйынса бөтә эштәрҙе тулыһынса тамамлау 2023 йылдың ноябрь айына планлаштырыла.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/432513#scroll.