+10 °С
Ясно
Милли проекттар
31 Марта 2023, 08:38

Тәүәккәллек – ярты бәхет

Туймазыла йәшәгән Гөлнара Насирова ике йыл эшһеҙлек буйынса пособие алып, пенсияға сығыу ваҡытын көтөп ятҡанда район-ара мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашырға тәҡдим итә. Ошо көндән ҡатындың тормошо ҡырҡа үҙгәрә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәүәккәллек – ярты бәхетТәүәккәллек – ярты бәхет
Тәүәккәллек – ярты бәхет

Туймазыла йәшәгән Гөлнара Насирова ике йыл эшһеҙлек буйынса пособие алып, пенсияға сығыу ваҡытын көтөп ятҡанда район-ара мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашырға тәҡдим итә. Ошо көндән ҡатындың тормошо ҡырҡа үҙгәрә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Хәҙер Гөлнара – универсаль оҫта. 57 йәшендә ул сәс ҡырҡыуҙы, мелировка яһауҙы, буяуҙы һәм башҡа бихисап нескәлектәрҙе өйрәнгән. Был ижади эшкә хәҙер баш-көллө сумған. Көндөҙ парикмахер һөнәренә уҡыһа, кистәрен компьютерҙы өйрәнә. Интернет селтәре менән таныша, эш өсөн кәрәкле мәғлүмәтте табырға өйрәнә.

“Гранттарға, кредиттарға ышанып бөтмәй инем. Был юлы тәүәккәл иттем. 250 мең һум дәүләт ярҙамына махсус йыуғыс, ҡәнәфи, сәс алыу машинкаһы, көҙгө, солярий кабинкаһы, тырнаҡ тәрбиәләү өсөн ҡорамалдар, мебель алдым”, – ти Гөлнара Насирова.

Эшҡыуар хәҙер даими клиенттары менән дә маҡтана ала.

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә бирелә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/425782#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас