+1 °С
Облачно
Милли проекттар
29 Марта 2023, 10:35

Ҙур, уңайлы автобустар

Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә алынған автобустар бер миллион 107 мең пассажирҙы йөрөткән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҙур, уңайлы автобустарҘур, уңайлы автобустар
Ҙур, уңайлы автобустар

Өфөлә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә алынған автобустар бер миллион 107 мең пассажирҙы йөрөткән.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был һан үткән йылдың ошо осорондағыға ҡарағанда 38 меңгә күберәк.

Милли проект буйынса “Башавтотранс” өсөн алынған 35 автобус 75-се маршрут буйынса йөрөй.  

Ике ай ярым ваҡыт эсендә автобустар 16 меңдән ашыу рейс яһаған. Был үткән йылдың ошо осорона ҡарағанда биш меңгә аҙыраҡ булһа ла, автобустар ҙурыраҡ булыу сәбәпле пассажирҙар һаны дүрт процент пунктына артҡан. Яңы автобус бер рейста уртаса – 68, иҫкеләре иһә 50 кешене йөрөтә.

Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә тағы ла 50 ҙур класлы автобус алыу ҡаралған. Уларҙы баш ҡалалағы 226-сы маршрут буйынса ебәрмәкселәр.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/431984#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас