+8 °С
Облачно
Милли проекттар
22 Марта 2023, 07:36

Ныҡлы хужалыҡтар булдырыу өсөн

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” грантына конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ныҡлы хужалыҡтар булдырыу өсөнНыҡлы хужалыҡтар булдырыу өсөн
Ныҡлы хужалыҡтар булдырыу өсөн

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” грантына конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Быйыл яңы эш башлаусы ауыл хужалығы йүнселдәре араһында бик популяр булған дәүләт ярҙамы һөтсөлөк һәм итселек проекттарын тормошҡа ашырыусылар өсөн –  биш миллион һумдан ете миллион һумға тиклем, ауыл хужалығының башҡа йүнәлештәрендә эшләүселәргә өс миллион һумдан биш миллион һумғаса  арттырылған. 2023 йылда программаны тормошҡа ашырыуға 98 миллион һум аҡса бүлеү планлаштырыла, тип хәбәр итә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Дәүләт ярҙамы баҙарҙа һорау күп булған ныҡлы хужалыҡтар булдырыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеүе мөһим. Шуға ла “Агростартап” грантына конкурста ҡатнашыусыларҙы еңел булмаған имтихан көтә. Дәүләт ярҙамын иң әҙерлекле һәм перспективалы проекттар алыр, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“Агротартап” программаһы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын акселерациялау” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Фото – БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/427783#scroll.

Автор:
Читайте нас