+12 °С
Облачно
Милли проекттар
22 Марта 2023, 08:21

Һан түгел, сифат мөһим

Туймазы районы Төмәнәк ауылынан Фазыл Ғәлимовтың фермер хужалығында 240-лап һарыҡ бәрәсе донъяға килгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Һан түгел, сифат мөһимҺан түгел, сифат мөһим
Һан түгел, сифат мөһим

Туймазы районы Төмәнәк ауылынан Фазыл Ғәлимовтың фермер хужалығында 240-лап һарыҡ бәрәсе донъяға килгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Яңы тыуған бәрәстәрҙең 20 проценты – игеҙәктәр, өсәрләп тыуғандары ла бар, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Һарыҡтарҙың бер юлы биш бәрәс килтергән тоҡомдары ла була. Әммә уларҙың  бөтәһе лә ныҡлы, һау килеш үҫеп етере билдәһеҙ. Мин һан артынан ҡыумайым, – ти хужалыҡ етәксеһе Фазыл Ғәлимов.

Фермер 2006 йылдан һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Кредит аҡсаһына Дүртөйлө районынан прекос тоҡомло йөҙ баш һарыҡ ала. Тәүҙә уларҙы үҙендә аҫрай. 2014 йылда “Ғаилә малсылыҡ фермалары” программаһы сиктәрендә 5,7 миллион һум аҡса ала һәм уға 200 баш куйбышев тоҡомло һарыҡ ала, 2700 квадрат метр майҙанлы ферма төҙөй. Шунан эдельвейс тоҡомло һарыҡ һатып ала. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты буйынса ла ярҙам ала.

– Дәүләт ярҙамы миңә фермер хужалығы ойошторорға булышлыҡ итте. Ҡатыным Роза Тимерғәли ҡыҙы менән ике улым да ярҙам итте. Хәҙер улдарымдың үҙ эштәре бар. Мин миҙгел эштәренә ауылдаштарымды саҡырам. Нурфаяз Хәсәнов – уң ҡулым. 76 йәштәге ир азаматы илле йыл ғүмерен ауыл хужалығына арнаған. Яҙлы-көҙлө ул баҫыуҙа эшләй – сәсеү менән шөғөлләнә, мал аҙығы әҙерләй. Ҡыш көнө һарыҡтарҙы ҡарай, – тип бүлешә фермер.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/425837#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас