+9 °С
Ясно
Милли проекттар
13 Марта 2023, 08:57

Төҙөлөш башланырға тора

Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты һалына. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Төҙөлөш башланырға тораТөҙөлөш башланырға тора
Төҙөлөш башланырға тора

Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты һалына.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитар ярҙамды үҫтереү” программаһы буйынса төҙөлә.

Әле иҫке бина емерелеп, төҙөлөш өсөн урын әҙерләнә.

Тиҙҙән төҙөлөш эштәре башланырға тора.

– Был районыбыҙҙа һуңғы йылдарҙа төҙөлгән алтынсы ФАП була. Яңы бинаға йылытыу, һыу үткәрелә. Кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Фельдшер-акушер пункты 424 кешене хеҙмәтләндерә, – ти Талбазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Роберт Иштуков.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостанда 75 яңы ФАП асылыуы көтөлә.

Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас