

Нуриман районының Иҫке Күл ауылы мәҙәниәт йортонда үткән “Көҙәй һылыуы-2023” бәйгеһендә Нуриман, Иглин һәм Белорет райондарынан ете ҡыҙ ҡатнашты.
Һылыуҡайҙар Көҙәй ырыуы кейемендә үҙе менән таныштырҙы, башҡорт милли бейеүе менән сығыш яһаны, шиғырҙар уҡыны, тыуған яғы тураһында һорауҙарға яуап бирҙе.
Абруйлы баһалама комиссияһы ағзалары урындарҙы түбәндәгесә билдәләне:
Гран-при – Айзилә Саҙрыева,
1-се урын – Ализа Һөйәрбаева,
2-се урын – Алһыу Ғәниева,
3-сө урын – Сабина Дәүләтшина.
Бынан тыш,
Илгизә Ғайсарова “Милли кейем һылыуы” тип танылды,
Камилла Шәмсетдинова “Оҙон сәс һылыуы”тип билдәләнде,
Сөмбөл Вәлиева “Һомғол һылыуҡай” номинацияһында еңде.
Ҡыҙҙар ҡул эштәренә маһирлыҡтарын да күрһәтте. Фойела улар бәйләгән, теккән әйберҙәрҙән, һүрәттәрҙән, бешергән ризыҡтарҙан күргәҙмә ойошторолған ине.
Һылыуҡайҙарҙың район конкурсы йәштәрҙе ижади эшмәкәрлектең төрлө төрҙәренә йәлеп итеү, Көҙәй ҡыҙҙарының сибәрлеген пропагандалау маҡсатында уҙғарыла, тип хәбәр итә Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты.
Һылыуҡайҙарға дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Ҡыҙҙарҙың сығыштары Нуриман районы мәҙәниәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, Иглин районы ҡунаҡтарының концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Фотолар Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының социаль селтәрҙәге төркөмөнән (https://vk.com/kurultai_nuriman ) алынды.