+17 °С
Облачно
Милли проекттар
16 Февраля 2023, 08:07

Ҡом менән һүрәт төшөрөү һәр кемгә ыңғай тәьҫир итә

Бәләбәй ҡалаһы 1-се балалар сәнғәт мәктәбенең “Иртә эстетик белем биреү” бүлегендә бәләкәстәр өсөн ҡом менән һүрәт төшөрөү дәрестәре үтә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡом менән һүрәт төшөрөү һәр кемгә ыңғай тәьҫир итәҠом менән һүрәт төшөрөү һәр кемгә ыңғай тәьҫир итә
Ҡом менән һүрәт төшөрөү һәр кемгә ыңғай тәьҫир итә

Бәләбәй ҡалаһы 1-се балалар сәнғәт мәктәбенең “Иртә эстетик белем биреү” бүлегендә бәләкәстәр өсөн ҡом менән һүрәт төшөрөү дәрестәре үтә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Бындай мөмкинлек мәктәпкә “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса яҡтыртыулы ҡомло өҫтәлдәр алынғас барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә  Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ҡом менән һүрәт төшөрөү мауыҡтырғыс та, баланың моторикаһын, ижади фекерләүен өҫтереү өсөн бик файҙалы ла. Төрлө картинаны тиҙ генә эшләргә, нимәлер килеп сыҡмаһа, йәһәт кенә төҙәтергә мөмкинлек биргән педагогиканың уникаль ысулы ул. Дәрес мәлендә балаларҙың кәйефе күтәрелә, эмоциональ көсөргәнеше юҡҡа сыға, һәләттәре асыла, ул һөҙөмтәне баһалауҙан ҡурҡмай.  

“Дәрес һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Бәләкәстәр арымай, ҡабаланмай. Уҡыу балаларҙың һәр береһенә ыңғай тәьҫир итә”, – тип үҙ күҙәтеүҙәре менән бүлешә уҡытыусы Анжелика Иҙиәтуллина.

Фото –   Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас