+17 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Февраль 2023, 15:11

Сәләмәт тормош рәүеше яҡлылар

Дәүләкән районында “Ҡышҡы ауылпиада-2023” үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Сәләмәт тормош рәүеше яҡлылар
Сәләмәт тормош рәүеше яҡлылар

Дәүләкән районында “Ҡышҡы ауылпиада-2023” үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Ауылпиада”ла райондың 16 ауылы ҡатнаша. Саңғыла ярыш, тюбингта шыуыу, быйма менән хоккей уйнау, арҡан тартыу, ГТО нормаларын тапшырыу буйынса ҡатнашыусылар ал бирмәҫкә тырыша.  Көс һәм таһыллыҡ, сослоҡ һәм ныҡлыҡ ҡына түгел, командала эшләй белеү ҙә мөһим.

Был спорт сараһы – “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе этабы, тип хәбәр итә Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ул сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә, физик һәм әхлаҡи һаулыҡты нығытыуға, халыҡты ауыл тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Беренсе урынды  Ҡорманҡай ауыл советы командаһы ала, икенсегә Ҡәҙерғол ауыл советы командаһы сыға, өсөнсө урынға Соколов ауыл советы командаһы лайыҡ була.

Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” һәм “Йәмәғәт сәләмәтлеген нығытыу” төбәк проекттары сиктәрендә ойошторола.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/398863#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: