+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Февраль 2023, 14:31

Мөһим эш менән мәшғүлдәр

Нефтекама ҡалаһының библиоирекмәндәре төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Мөһим эш менән мәшғүлдәр
Мөһим эш менән мәшғүлдәр

Нефтекама ҡалаһының библиоирекмәндәре төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” федераль проекты буйынса “Мәҙәниәт волонтерҙары” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Нефтекама ҡала үҙәк китапхана системаһында библиоирекмәндәр 2019 йылдан алып эшләй.

Үткән йылда волонтерҙар 15 сара үткәргән. Улар араһында Ленинградтың фашист блокадаһынан тулыһынса азат ителеү көнөнә арналған “Хәтер” патриотик, Еңеү көнөнә бағышланған “Һәр уҡыусыға – Георгий таҫмаһы”, ҡала аллеяһында үткәрелгән “ВО!круг книг”, Бөтә донъя айыҡлыҡ көнөндә ойошторолған “Айыҡ булыу шәп, матур, модала” акциялары, Пушкиндың тыуған көнөндә үткәрелгән поэтик флэшмоб бар, тип хәбәр итә  Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

“Библиоирекмәндәр китапхана эшен үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Улар яңы уҡыусыларҙы йәлеп итергә, аралашыу, өйрәтеү сараларын үткәрергә ярҙам итә. Уларҙың тырышлығы менән китапхана һәр кем үҙенә файҙалы шөғөл таба алыр урынға әүерелә”, – ти ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Лилиә Вафиева.

Фото – https://contenta.info/press_releases/399146#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: