+17 °С
Облачно
Милли проекттар
3 Февраля 2023, 05:14

Ҡышҡы гүзәллек тышҡа саҡыра!

Дүртөйлө районындағы “Раушан” клубы ағзалары, сәләмәтлеген хәстәрләп, саф һауала йөрөй. Кемдер – саңғыла, кемдер скандинав таяғы менән Иванай баҡсаһына йүнәләләр. Иң мөһиме – яҡшы кәйеф, ти улар. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡышҡы гүзәллек тышҡа саҡыра!Ҡышҡы гүзәллек тышҡа саҡыра!
Ҡышҡы гүзәллек тышҡа саҡыра!

Дүртөйлө районындағы “Раушан” клубы ағзалары, сәләмәтлеген хәстәрләп, саф һауала йөрөй. Кемдер – саңғыла, кемдер скандинав таяғы менән Иванай баҡсаһына йүнәләләр. Иң мөһиме – яҡшы кәйеф, ти улар.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Сара “Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторола,  тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Саф һауала даими йөрөү көс бирә, һаулыҡты нығыта, эшкә һәләтте арттыра.

“Маршрутыбыҙ – алты саҡрымлыҡ. Бер-беребеҙ менән аралашабыҙ, тирә-яҡ тәбиғәткә һоҡланабыҙ, тәьҫораттарға байып ҡайтабыҙ. Киләсәктә сәләмәтлегенә битараф булмағандар тағы ла күберәк ҡушылыр, тип өмөт итәбеҙ”, – ти ҡатнашыусылар.

Фото – Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас