+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Ғинуар 2023, 16:19

Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөлдө таба ала

Мишкә районында оло йәштәгеләрҙең аралашыу үҙәге асылыуға бер ай ғына әле. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөлдө таба ала
Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөлдө таба ала

Мишкә районында оло йәштәгеләрҙең аралашыу үҙәге асылыуға бер ай ғына әле.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Бында көн һайын тиерлек осрашыуҙар, төрлө саралар үтеп тора, уларҙың ҡайһы берҙәре “Демография” милли проекты сиктәрендә ойошторола, тип хәбәр итә Мишкә районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Үҙәктә шашка, шахмат уйнарға, ҡул эштәре менән шөғөлләнергә, әҙәби әҫәрҙәр тураһында һөйләшергә, тиҫтерҙәрең менән аралашырға мөмкин. Заманса технологиялар ҡулланыу менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн компьютерға өйрәтеү ҙә бар.

“Ваҡытты файҙалы һәм күңелле итеп үткәреү буйынса ниәттәребеҙ күп, әүҙем пенсионерҙарыбыҙҙың ҡушылыуы бик ҡыуаныслы”, – ти район ветерандар советы рәйесе Юлиә Балахнина.

Фото – Мишкә районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөлдө таба ала
Бында һәр кем күңеленә ятҡан шөғөлдө таба ала
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: