+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Ғинуар 2023, 10:52

Өй йылыһы

Архангел районында Самауыр байрамы үтте. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Өй йылыһы
Өй йылыһы

Архангел районында Самауыр байрамы үтте.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Район мәҙәниәт һарайы, ауыл мәҙәниәт йорттары үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары, ағинәйҙәр байрамда бик әүҙем ҡатнашты, тип хәбәр итә Архангел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Сарала ҡатнашыусылар самауырҙың тарихы менән таныша, Рәсәйҙә сәй эсеү ғәҙәттәре тураһында белә. Йырҙар, таҡмаҡтар яңғырай, бейеүҙәр, уйындар күңелде күтәрә. Байрам аҙағында барыһы ла ҙур самауырҙан сәй эсә.

“Самауыр байрамын өсөнсөгә үткәрәбеҙ. Самауыр – өйҙөң йылыһы, күркәмлеге, һөйөү, ҡыуаныс, изге күңеллек билдәһе ул”, – ти сараны ойоштороусы, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, район мәҙәниәт һарайының “Хазина” бейеү коллективы етәксеһе Рәсимә Мөхәмәтйәрова.

 “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторолған байрамдан барыһы ла күңеленә ял, дәрт алып тарала. 

Фото – Архангел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: