+9 °С
Облачно
Милли проекттар
9 Января 2023, 10:34

“Бындай шарттарҙа эшләү – үҙе бер кинәнес”

Ҡырмыҫҡалы районында бер юлы  өс фельдшер-акушер пункты асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“Бындай шарттарҙа эшләү – үҙе бер кинәнес”“Бындай шарттарҙа эшләү – үҙе бер кинәнес”
“Бындай шарттарҙа эшләү – үҙе бер кинәнес”

Ҡырмыҫҡалы районында бер юлы  өс фельдшер-акушер пункты асылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Үтәгән, Ҡолош, Һыуыҡ Шишмә ауылдары халҡы өсөн был – ҡыуаныслы ваҡиға, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Биналар йылы, яҡты, электр менән йылытыла. Һыу, канализация селтәре үткән. Кабинеттар кәрәкле бар йыһаз менән тәьмин ителгән. “Бындай шарттарҙа эшләү – үҙе бер кинәнес. Инде һыуҙы биҙрәләп ташыу кәрәкмәй”, – ти Үтәгән ауылы фельдшеры Юлиә Ғиззәтуллина. Юлиә Фәрит ҡыҙы 20 йылдан ашыу эшләй. 300 кешене, шул иҫәптән 61 баланы хеҙмәтләндерә. Элек ФАП 1975 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан, унда уңайлы шарттар булмаған.

Ҡолош ауылы фельдшеры Фәймә Низамованың иһә стажы ярты быуат тәшкил итә. Ошо ауылда тыуып үҫкән, белем алған, хәҙер ауылдаштары һаулығы һағында тора. “Сәләмәтлегем булғанда эшләйем әле”, – ти Фәймә Исмәғил ҡыҙы.

Һыуыҡ Шишмә ауылында ла халыҡ ФАП асылыу тантанаһына байрамға килгәндәй йыйыла. Фельдшерҙар Гүзәл Хәсәнова менән Серафима Сафронова Ракитовка һәм Һарыһаҙ ауылдары халҡын да хеҙмәтләндерә. Бынан тыш, “Дубрава” биҫтәһе лә уларға ҡарай. “Бөтә халыҡ исеменән район һәм республика етәкселегенә иғтибары өсөн рәхмәт еткерәбеҙ”, – ти улар.

Модулле ФАП-тар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” программаһын тормошҡа ашырыу буйынса башҡарыла. Коммуникацияларҙы урындағы хакимиәт үткәрә.

Фото – Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас