

Ҡалтасы ауылында “Еңеү” кинозалы асылды. Ул заманса техника менән йыһазландырылған.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Ҡалтасыла тәүге кинотеатр 40-сы йылдарҙа төҙөлгән, ул Матросов урамында урынлашҡан. 300 кешелек район кинотеатры 1976 – 1978 йылдарҙа төҙөлә.
Заманса яңы кинозалда үҙебеҙҙә һәм сит илдәрҙә төшөрөлгән фильмдарҙы, матур һәм күңелле йәнһүрәттәрҙе ҡарарға мөмкин. Заманса ҡорамалдар ҙур ҡалалағыларҙан айырылмай. Был кинотеатр халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнер, тип уйлайбыҙ, тип хәбәр итә Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Кино залын яңыртыу “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә РФ Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды ярҙамында башҡарылған.
Фото – Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.