+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Декабрь 2022, 12:59

Баҙарҙан һатып алыу осһоҙораҡҡа төшә

Башҡортостан урмандарында “Шыршы-2022” операцияһы дауам итә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Баҙарҙан һатып алыу осһоҙораҡҡа төшә
Баҙарҙан һатып алыу осһоҙораҡҡа төшә

Башҡортостан урмандарында “Шыршы-2022” операцияһы дауам итә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Рейдтар “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ла үткәрелә.

Асҡын урман хужалығында бүлек етәксеһе Марсель Ғабдрахманов, дәүләт урман инспекторы Вадим Ниғәмәтйәнов, участка урмансыһы Ришат Закиров патрулгә сыҡты, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Белгестәр әйтеүенсә, Яңы йыл алдынан үҫеп килгән шыршылар ҡырҡыла. Ҙур ағастың башын ғына ҡырҡып алған осраҡтар ҙа була.

– Законһыҙ шыршы ҡырҡыу өсөн штраф  баҙарҙа ағас һатып алыуға ҡарағанда бер нисә тапҡыр артығыраҡҡа төшөүе бар. Максималь язаның алты йылға тиклем иректән мәхрүм итеүгә тиклем етеүе мөмкин, – ти Марсель Ғабдрахманов.

Законһыҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары хаҡында 8(347) 218-14-14 телефоны буйынса БР Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә мөмкин.

Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: