+2 °С
Ясно
Милли проекттар
15 Декабря 2022, 06:18

Тиҙҙән яңы фатирға күсәләр

“Биш күп фатирлы йорттоң өсөһө тапшырылған, икеһендә эштәр тамамланырға тора. Йорт һәм фатирҙарҙы ҡабул иткәндән һуң өй туйлауҙар башланыр”. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Тиҙҙән яңы фатирға күсәләрТиҙҙән яңы фатирға күсәләр
Тиҙҙән яңы фатирға күсәләр

“Биш күп фатирлы йорттоң өсөһө тапшырылған, икеһендә эштәр тамамланырға тора. Йорт һәм фатирҙарҙы ҡабул иткәндән һуң өй туйлауҙар башланыр”.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Яңауыл районы 2019 – 2023 йылдарға авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программала ҡатнаша. Программаға авария хәлендәге 25 күп ҡатлы йорт ингән. Уларҙың 23-ө – Яңауыл ҡалаһында, икеһе Ҡарман һәм Прогресс ауылдарында урынлашҡан, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Авария хәлендәге торлаҡтан халыҡты күсереү өсөн Яңауылдың Еңеү, Яҡутов урамдарындағы яңы төҙөлгән йорттарҙан – 11 фатир, шулай уҡ әле төҙөлөп ятҡан күп фатирлы биш йорттан торлаҡ һатып алынған.

“Биш күп фатирлы йорттоң өсөһө эксплуатацияға индерелгән, икеһендә эштәр тамамланырға тора. Йорт һәм фатирҙарҙы ҡабул иткәндән һуң өй туйлауҙар башланыр”, – тип һөйләй Яңауыл районы хакимиәтенең архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге етәксеһе Ирина Тажетдинова.

Төҙөлөш барышында ҡатмарлыҡтар ҙа килеп сыға. Төҙөлөш материалдарына хаҡтар арта, ҡорамалдар ваҡытында ҡайтарылмай. Был эштәрҙең өс айға һуҙылыуына килтерә. Шулай ҙа төҙөүселәр бурыстарын үтәй.

Яңауыл районында халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә барыһы 7 746,30  майҙанлы 212 фатирҙан 485 граждан торлаҡ менән тәьмин ителә.

Фото – Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас