

Алюмин конструкцияларға һорау артыу арҡаһында бизнесты киңәйтеү кәрәклеге тыуа. Мәләүез эшҡыуары Алексей Сәләхов район хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Окна-сервис” предприятиеһы хужаһы һәм генераль директоры Алексей Петрович етештереү өсөн өҫтәлмә майҙан кәрәклеген белдерҙе. Алюмин конструкцияларға һорау артыу арҡаһында бизнесты киңәйтеү кәрәклеге тыуған. Эшҡыуарға ер участкаһы һайлау, аукцион үткәреү һәм документтар йүнәтеү буйынса ярҙам күрһәтелде, тип хәбәр итә Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
2022 йылдың яҙында Алексей Сәләхов яңы цех төҙөлөшөн башлай. Тик иҡтисади хәлдең ҡатмарланыуы арҡаһында тиҙ заем финанслауы мәсьәләһе тыуа. Райондың бизнес-шерифы “Башҡортостан микрокредит компанияһы”на мөрәжәғәт итә һәм 21 ноябрҙә кредитҡа онлайн-ғариза ебәрелә. 24 ноябрҙә район хакимиәтендә эшҡыуар менән льготалы займ килешеүе төҙөлә.
“Хәҙер йүнсел йыл аҙағына тиклем цехты төҙөп бөтөргә һәм яңы етештереү линияһы асырға ниәтләнә. Артабан продукция күләмен арттырырға, тағы ла 30 эш урыны булдырырға (әле 26 эш урыны булдырылған) уйлай. Проект Мәләүез районы инвестициялары күләменә 20 миллион аҡса килтерер, тип көтөлә”, – ти Мәләүез районы бизнес-шерифы Альберт Таймасов.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Фото – Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.