

Башҡортостанда тағы бер “Минең бизнесым” үҙәге офисы асылды. Был юлы – Ҡариҙелдә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Республикалағы туғыҙынсы офис “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Башҡортостан Республикаһында “Минең бизнесым” үҙәге 2019 йылдан алып эшләй. Хәҙер уның офистары туғыҙ муниципалитетта бар. Йыл аҙағына тиклем Ҡыйғы, Саҡмағош райондарында, Белорет ҡалаһында тағы өс офис асылыуы көтөлә. Был эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырыр, – ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Хәҙер Ҡариҙел йүнселдәре “бер тәҙрә” форматында үҙ эшен асыу буйынса консультация ала, ойоштороу-хоҡуҡи форманы һайлай, ЯСЙ йәки шәхси эшҡыуарлыҡты түләүһеҙ теркәй, иҫәп аса, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итә ала. Эшҡыуарҙарға профиль хеҙмәттәре алыу, уҡыу йәки дәүләт ярҙамы сараларына ғариза тапшырыу мөмкинлектәре бар. Үҙәк барыһы 150 төрлө хеҙмәт күрһәтә.
Офис Ҡариҙел ауылының Киров урамы, 61 адресы буйынса урынлашҡан. Ял көндәре – шәмбе һәм йәкшәмбе. Телефоны: +7 (347) 224-99-99, өҫтәлмә 750.
Фото – БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.