

“Планетаны сүп-сарҙан һаҡлағыҙ” республика балалар экологик һүрәттәр бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Конкурс 18 ноябрҙән 12 декабргәсә бара. “Экология” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт төбәк комитеты үткәргән бәйгелә Дыуан, Мәсетле, Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай райондары мәктәптәренән 1 – 7 класс уҡыусылары ҡатнаша.
Бәйгегә барыһы 200-ҙән ашыу эш килде, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Һүрәттәрҙә донъяны балалар күҙлегенән күрҙек. Һәр ҡатнашыусының эше үҙенсәлекле. Шулай ҙа кемдер үҙ эшен яҡшыраҡ башҡара һәм айырым иғтибарға лайыҡ була, – тип билдәләй БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт төбәк комитеты рәйесе Юрис Ишмөхәмәтов.
Еңеүселәргә һәм иң әүҙем ҡатнашыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.
Фото – БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.