

Республикабыҙҙың төрлө райондарына тапшырылған “тәгәрмәсле мәҙәниәт усаҡтары” әүҙем эшләй. Алыҫ ауылдарҙа концерттар ҡуйғанда, социаль объекттар асылыу айҡанлы танталалар ойошторғанда улар бик әүҙем файҙаланыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Кисә Иҫке Күрҙем ауылында капиталь йүнәтеүҙән һуң Рәсәй почтаһы бүлексәһе асылды, тантанала “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынған автоклуб ҡулланылды, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ремонт эштәре “Берҙәм Рәсәй” партияһы ярҙамында “Ауыл ерендә почта бүлексәләрен яңыртыу” программаһы сиктәрендә башҡарыла. Хәҙер матур, яҡты, заманса бина үҙенә саҡырып тора.
“Автоклубтарҙы социаль объекттарҙы асҡанда ҡулланыу бик уңайлы, сөнки ундай урындарҙа саралар үткәреү өсөн махсус йыһазландырылған майҙандар юҡ бит. Мәсьәләне хәл итеүҙә автоклуб бик яҡшы ярҙам итә. Музыкаль номерҙар байрам кәйефе тыуҙыра”, – ти ауылда йәшәгән Ирина Зиннурова.
Фото – Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.