

Спортсылар тәрбиәләү, шулай уҡ спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу өсөн сифатлы һәм заманса спорт ҡорамалдары, инвентарь булыуы бик мөһим, тип ҡыуана нефтекамалар.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Нефтекама ҡалаһында спорт мәктәптәре өсөн кәрәк-яраҡ, йыһаз һәм кейем алыуға 13 мунипаль килешеү төҙөлгән, тип хәбәр итә Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Спорт ҡорамалдары, йыһаз һәм экипировка “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынған. Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Назар Шәйәхмәтов әйтеүенсә, спорт ҡорамалдары, йыһаз һәм экипировка алыуға әле 2 392 099,79 һум аҡса тотонолған.
Матди-техник базаны яңыртыу спортсыларҙы әҙерләүҙә ыңғай үҙгәрештәргә килтерер.
Фото – Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.