

Дәүләкән районы мәҙәниәт йортонда “Сәләмәтлек марафоны” үтте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Марафон иртәнге гимнастиканан башлана. Уны Рәсәйҙең самбо һәм дзюдо буйынса спорт мастеры, самбо буйынса донъя чемпионы һәм призеры Татьяна Мазур (Никитина) үткәрә. Артабан скандинавса йәйәү йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе уҙа.
“Сәләмәтлек марафоны”нда төрлө ойошмалар, учреждениелар коллективтары, мәктәп уҡыусылары, йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡатнашты. Шулай уҡ артериаль ҡан баҫымын үлсәү, белгестәр менән консультация үткәреү мөмкинлеге лә булды, тип хәбәр итә Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ирина Карамова “Инсультҡа һәм инфарктҡа “Юҡ!” тип әйтәйек” тигән лекция уҡый. Был темаға викторина ла ойошторола. Һәүәҫкәр артистар ҡатнашлығында концерт та тамашасыларға оҡшай.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш” төбәк проекты сиктәрендә ойошторолған марафон “Тормошҡа табан 10 000 аҙым” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыу менән тамамлана.
Фото – Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.