+9 °С
Облачно
Милли проекттар
28 Ноября 2022, 07:31

Еңеүҙәргә – әсәй менән бергә

Яңауыл районында Әсәйҙәр көнө айҡанлы матур ҙа, файҙалы ла сара үтте. Спорт фестивале “Әсәй менән бергә ГТО!” тип аталды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Еңеүҙәргә – әсәй менән бергәЕңеүҙәргә – әсәй менән бергә
Еңеүҙәргә – әсәй менән бергә

Яңауыл районында Әсәйҙәр көнө айҡанлы матур ҙа, файҙалы ла сара үтте. Спорт фестивале “Әсәй менән бергә ГТО!” тип аталды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Йәш спортсылар әсәләре менән бергә ГТО комплексы фестивале этаптарын үтә. Аҙаҡтан мауыҡтырғыс эстафета ойошторола.

Әсәйҙәр һәм балалар һәр һынауҙы лайыҡлы үтә. Залда йылы мөхит, бер-береңә ярҙам итеү, шул уҡ ваҡытта еңеү ҡомары ла хөкөм һөрә. “Иң-иң” әсәйҙәргә ГТО билдәһе тапшырыла. Комплекстың һәр йәш баҫҡысында еңеүселәр билдәләнә. Барлыҡ командаларға ҡатнашыусы сертификаты, бәләкәстәргә татлы күстәнәстәр тапшырыла.

“Демография” милли проекты сиктәрендә Яңауыл районында физик культура, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыла һәм яҡшыртыла, тип хәбәр итә “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы хеҙмәткәрҙәре.

 

Фото – “Йәшлек” физкультура-һауыҡтырыу комплексы.

Еңеүҙәргә – әсәй менән бергә
Еңеүҙәргә – әсәй менән бергә
Еңеүҙәргә – әсәй менән бергә
Еңеүҙәргә – әсәй менән бергә
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас