

Ауырғазы районы Балыҡлыкүл ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған модулле ФАП үҙәк район дауаханаһынан 10 саҡрым алыҫлыҡта ята, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фельдшер-акушер пунктында өс ауыл халҡы хеҙмәтләндерелә. Балыҡлыкүл, Шишмә, Байкал ауылдарында барыһы 369 кеше иҫәпләнә, уларҙың 36-һы – балалар.
Быға тиклем ФАП 1973 йылда төҙөлгән бинала эшләгән. Шарттар санитар нормаларға тап килмәгән, һыу, канализация селтәрҙәре булмаған, медицина ҡорамалдары етмәгән. Хәҙер 68,4 квадрат метр майҙанлы яңы ФАП-та бар уңайлыҡтар булдырылған. Унда фельдшер Зәлиә Иҙрисова эшләй.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.