

Хәйбулла районында халыҡ ижады үҙәге асылды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Аҡъярҙағы “Балта” кәсепселәр коворкингында асылған халыҡ ижады үҙәгендә район оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһендә булып, уларҙы һатып та алырға мөмкин, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Милли күлдәктәр, орнаментлы футболкалар, ҡурсаҡтар, бәпесте алып ҡайтыу өсөн кәрәк-яраҡ, баш кейемдәре, бейәләйҙәр, биҙәүестәр, сәйләндән картиналар, шәлдәр, ҡумталар, кәрзиндәр, ағас тәҙрәләр, ишектәр... – нимә генә юҡ бында!
Сара барышында Рәмил Билалов менән Резеда Илбәкова оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Район кәсепселәре бүләктәр ҙә уйната.
Сара йүнселлекте үҫтереүгә, шулай уҡ “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә күрһәткестәрҙе үтәүгә йүнәлтелгән.
Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.